Мәләүез районында ҡыҙыҡ хәл булған. Шуныһы ғәжәп: тайыш табан уларға теймәгән, Сергеевка ауылына хәтлем алып барған, шунан һуң урманға инеп киткән.
"Был осраҡта өс йәшлек айыуға көтөүсе ролен үтәргә тура килгән. Ул тәүге йыл әсәһенән башҡа үҙ аллы йәшәргә өйрәнә. Ул урманда, кешеләрҙән алыҫта аҙыҡ табырға тейеш. Ә контролһеҙ йөрөгән мал-тыуар уны йорттарға йышыраҡ һәм яҡыныраҡ килергә ғәҙәтләндерә, бының фажиғәгә килтереүе ихтимал", - тип һөйләне «Башҡортостан» милли паркы директоры Владимир Кузнецов.
Сығанаҡ: КП - Уфа