Яңылыҡтар
5 Май 2021, 16:34

Башҡортостанда өс бала йоҡлап ятҡан өй яна башлаған. Балалар иҫән-һау.

-

Баҡалы районы Иҫке Әзмей ауылында янғын сыҡҡан. Утты һүндергән ваҡытта 1988 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында белдереүҙәренсә, ирҙең элекке ҡатыны 2010 һәм 2012 йылғы малайҙарҙы ҡунаҡҡа алып килгән. Һуңынан уларға һәләк булған ирҙең апаһы ла (балаһы менән) килгән. Төндә беренсе булып апаһы уянған, үҙенең әсәһен, балаларҙы уятҡан һәм улар тәҙрә аша тышҡа сыҡҡан.
Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар.
Читайте нас