Яңылыҡтар
5 Май 2021, 14:43

Алдағы автомобилде уҙып китәм тип...

Водитель ир урында һәләк булһа, йәйәүле өсөн был - икенсе тыуған көн...

Их, был юлдар... Күпме аңһыҙ бәлә-ҡазаға килтереп, ғүмерҙәре ҡыя. Кешеләрҙе яҡындарһыҙ ҡалдыра. Кисә иртән Стәрлетамаҡ ҡалаһында булған юл-транспорт ваҡиғаһы шулай уҡ осраҡлыҡ арҡаһында килеп сығып, ғүмерҙе ҡыя.
Авария иртәнге сәғәт 8-ҙә Карл Маркс урамында була. 40 йәшлек ир "Volkswagen Polo"ла китеп барған саҡта алдындағы машинаны уҙырға була. Тик ниндәйҙер сәбәп буйынса юл ыңғайы китеп барған "Chery QQ" автомобиленә һуғыла. Уның тиҙлеге бик юғары була, шуға ул машинаһына идараны юғалта һәм тиҙлеген кәметмәй ағасҡа бәрелә.
Машинала ирле-ҡатынлы китеп барған. Водитель урында йән бирә. Уның ҡатынын, 38 йәшлек пассажирҙы ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға алып китәләр. Был ваҡиға видеокамераға эләккән. Шуныһы, ҡурҡыныс ваҡиғала бер ыңғай яҡ та бар. Әлеге авария һөҙөмтәһендә ҡорбандарҙың икәү булыуы ихтимал ине. Машина килеп бәрелер алдынан ғына, ағас янында йәйәүле китеп барған. Ҙур автомобиль уның янынан уҡ үтеп китә, тик бәхетле осраҡ менән йәйәүлегә теймәй ҡала, әллә уныһы үҙе ҡасып ҡотола. Нисек кенә булмаһын, был көндө уның өсөн икенсе тыуған көнө тип атарға була.
Ялдар саҡ башланып тора. Инспекторҙар оҙайлы байрамдар осоронда үлемесле аварияларҙың артыуы тураһында иҫкәрткәйне. Күңелһеҙ статистикаға инмәйек, ҡағиҙәләрҙе үтәп кенә йөрөйөк һәм имен булайыҡ.
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас