Яңылыҡтар
4 Мая 2021, 17:46

Яугир яҡташыбыҙ ҡәбере табылған

Новочеркасск ҡалаһы ирекмәндәре ярҙамы менән Йәнтеш ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында 1943 йылда батырҙарса һәләк булған Әхтәм Ҡаһарман улы Әхмәтовтың алыҫ Ростов өлкәһендәге туғандар ҡәберлегендә ерләнеүе билдәләнгән. Әле яугирҙың ҡыҙы, 78 йәшлек Маһикамал Юлдыбаева һәм уның улы үҙ ғаиләһе менән унда булып, батыр ҡәберенә тыуған ер тупрағын һалып ҡайтты.

Новочеркасск ҡалаһы ирекмәндәре ярҙамы менән Йәнтеш ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында 1943 йылда батырҙарса һәләк булған Әхтәм Ҡаһарман улы Әхмәтовтың алыҫ Ростов өлкәһендәге туғандар ҡәберлегендә ерләнеүе билдәләнгән.
Әле яугирҙың ҡыҙы, 78 йәшлек Маһикамал Юлдыбаева һәм уның улы үҙ ғаиләһе менән унда булып, батыр ҡәберенә тыуған ер тупрағын һалып ҡайтты.
Ошо көнгә тиклем совет һалдаты хәбәрһеҙ юғалған тип һаналған. Маһикамал инәй 1941 йылда тыуған. Уға атай тип әйтәргә бер ҡасан да насип булмай. Йылдар үткәс, Маһикамал Юлдыбаева атаһы ҡәберлеген күреп, батыр рухы алдында баш эйеп ҡайтты.
Читайте нас