Яңылыҡтар
4 Май 2021, 17:08

Янғын һүндерешергә ярҙам кәрәк!

Хәйбулла районында ҡоро үлән яныуы Баймаҡ районына күскән. Ишмырҙа ауыл янында ут ҙур ғына майҙанды ялмап алған. Ағастар һәм ҡоро үлән сытырлап яна. Әле социаль селтәрҙәрҙә, "ватс ап"та ут һүндерешергә ярҙамға килегеҙ тигән хәбәрҙәр таралған.

Әле Ишмырҙа ауылы янында ҙур ғына майҙанды ут ялмап алған. Ҡоро үлән һәм ағастар көкөрт кеүек яна. Көндәрҙең эҫе һәм ел булыуы ла уттың таралыуына булышлыҡ итә.

Ҡаланан торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре, яҡын-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәр янғын һүндерешә. Тик янғын бик көслө, кешеләр етмәй, ярҙам кәрәк.
Кемдәрҙең мөмкинлеге бар, утты һүндерешергә барығыҙ!
Читайте нас