Һуңғы көндәрҙә юлдарыбыҙ һуғыш яланына әйләндеме ни... Көн һайын йә теге райондан, йә был райондан береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ хәбәрҙәр килә. Бер юлы өсәр, дүртәр кешеләр һәләк була.
Был юлы насар хәбәр Туймазы районынан килде. ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, авария 3 майҙа төндә була. М5 “Урал” федераль трассаһында Ҡандра ауылы янында "Chery Tiggo" автомобиле водителе машинаһына идараны юғалта. Ул үрҙән төшөп, һулаҡайға боролған урында ниҙер була һәм машина юл уртаһында түңкәрелә.
Унда Ульянов өлкәһендә йәшәгән ғаилә китеп барған. 29 йәшлек водитель ир урында һәләк була, уның 30 йәшлек ҡатыны менән өс йәшлек улы йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.
– Был эште тикшереү башланды. Юл-транспорт фажиғәһенең сәбәптәрен асыҡларға кәрәк, –тиҙәр ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә.
3 майҙа республика юлдарында һигеҙ авария булған, уларҙа бер кеше һәләк булған, 12 кеше йәрәхәтләнгән. Байрамдарҙың йәмен ебәрмәйек! Юлдарҙа ҡағиҙәләрҙе үтәп кенә йөрөйөк.