Яңылыҡтар
4 Май 2021, 15:54

Уларҙың аҡылына һәм егәрлегенә хайран ҡалырлыҡ

“Шайтантау” заказнигында ҡондоҙҙар быуа ҡорорға тотонған. Тулыраҡ мәғлүмәт – беҙҙең сайтта

Бөтә тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уянып, йылға-шишмәләр бер аҙ тынысланған мәлдә “Шайтантау” заказнигында ла ҡондоҙҙар быуалар ҡорорға тотондо. Уларҙың төп ҡоралы - өҫтән һәм аҫтан берәр пар бысаҡ кеүек үткер тештәре. Йыуан ағастарҙы ла тиҙ генә йыға алалар.
Ҡондоҙҙар быуалар ҡора, уның уртаһындағы ҡалҡыу ергә ағастан өй төҙөйҙәр: ағасты кимереп йығалар, тейешле оҙонлоҡта бүрәнәләргә турайҙар һәм кәрәк урынға алып баралар. Йыуан бүрәнәләрҙән ҡыуыш төҙөп, ярыҡтарына мүк тултырып, тыштан балсыҡ менән һылап ҡуялар. Йылы өй шулай барлыҡҡа килә.
Был өйөмдөң ситтәре һыу эсенә батып тора: ҡоро ерҙән дә, һыу эсенән дә өйгә инерлек түгел. Йәй көнө өйҙө киң быуа һыуы йыртҡыстарҙан һаҡлай, ә ҡыш боҙ өҫтөнән килгән йыртҡыстар һыуға ҡуша туңған ағастарҙы бер нисек тә аҡтара алмай. Шулай ҡондоҙҙар һаҡланыу сараһын да күрә белә. Ошонда уҡ ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ запасын туплайҙар.
Читайте нас