Рәсәйҙәр өсөн 1 Май элеккесә йылылыҡ менән һуғарылған яҡты байрам һанала. Быуаттар үтһә лә, ҡоролоштар үҙгәрһә лә, илдәр ҙур үҫеш кисерһә лә, “Тыныслыҡ. Хеҙмәт. Май” тигән һүҙҙәр мәғәнәһен һәм әһәмиәтен юғалтмай.
Районда ла 1май тантаналы шарттарҙа билдәләнде. Район үҙәгенең Мәҙәниәт һәм ял паркы шат тауыштарҙан, хеҙмәт коллективтары берҙәмлегенән гөрләп торҙо.
Яҡты май байрамы йылдар уҙһа ла үҙ әһәмиәтен һәм бәҫен юғалтмай. Киләсәк быуындар ҙа уны онотмай.
Аҡъяр ауылының “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә тәрбиәселәре менән берлектә байрам демонстрацияһына сыҡты.