Һөлөк кешегә өс мең йыл самаһы хеҙмәт итә. Гиппократ, Әбүғәлисина, Пирогов уны төрлө ауырыуҙарҙы дауалау өсөн файҙаланған. Һөлөктөң тәбиғәттә осраған йөҙҙәрсә төрөнән бер нисәһе генә медицинала ҡулланыла. Ә хиджама тигән дауалау ысулы мосолмандар араһында айырым урынды алып тора. Кешелек донъяһы уның менән бик борондан дауаланған.
Федоровка ауылынан оҙаҡ йылдар фельдшер булып эшләгән Миңһылыу Әминева күп йылдар инде һөлөк һалыу һәм хиджама процедураларын башҡара. Махсус лицензиялы, йәғни белеме һәм рөхсәте булған тәжрибәле белгес менән халыҡ медицинаһы менән дауалау, ниндәй ауырыуҙарҙан шифа булыуы хаҡында һөйләштек.
Һөлөктәрҙе “тере шприц”тар тиҙәр
Миңһылыу Сәмиғулла ҡыҙы әйтеүенсә, һөлөк менән дауалау ҡан баҫымы юғары булғанда, йөрәк тамырҙары һәм нервы системаһы, бауыр ауырыуҙарынан, шулай уҡ шәкәр диабетынан яфаланғанда ярҙам итә. Ишемия инсульты һәм инфаркт кисергән осорҙа ҡулланыу айырыуса яҡшы һөҙөмтә бирә. Һөлөк пиелонефрит, вегетатив ҡан тамырҙары дистонияһы, тромбофлебит кеүек ауырыуҙарҙы ла дауалай, түлһеҙлектән яфаланған ҡатын-ҡыҙҙарға әсә булыу бәхете бүләк итә. Веналарҙың варикоз киңәйеүе булғанда, гепатитты дауалағанда яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп була. Простатит яҡшы дауалана, ыңғай һөҙөмтә бирә.
Сертификаты, лицензияһы булған ышаныслы фирмаларҙан медицина тәғәйенләнешендәге һөлөктәр генә ҡулланам. Аҙаҡ улар юҡ ителә. Һөлөк ярҙамында дауаланыу ғәжәйеп сифаттарға эйә: уның һеләгәйе ҡанды шыйығайта, холестеринды иретә, сир таратыусы, хатта заманса антибиотиктар ҙа еңә алмаған микробтарҙы үлтерә, елһенеүҙе, аллергияны бөтөрә. Ул күҙ баҫымын төшөрә, күҙ туҡымаларының туҡланыуын нормаға килтерә. Артроз сирлеләр, фурункул сығып йонсоусылар күберәк мөрәжәғәт итә. Һуңғы арала баштары ауыртып яфаланыусылар күп килә башланы. Бауырҙы ошо ысул менән дауалау ҙур һөҙөмтә бирә. Һөлөк һалғандан һуң биохимия анализынан да ыңғай үҙгәреш күрергә мөмкин: билирубин, шәкәр юғары булған ферменттарҙың кәмеүе күҙәтелә.
Пәйғәмбәребеҙ медицинаһында ла хиджама рөхсәт ителә
Хиджама кеше тәнендәге ваҡ ҡына капиллярҙарҙан ойошҡан ҡанды сығарыу тигәнде аңлата. Кешелек был дауаланыу ысулын борондан ҡулланған. Был дауалау ысулы гипертония, шәкәр диабеты, эндокрин система, түлһеҙлек һәм башҡа сирҙәрҙән ярҙам итә.
Көнсығыш илдәрендә хиджама айырыуса киң ҡулланыла. Башың ауырта икән, хиджама эшләт, аяғың ауыртһа ла ошо ысулға мөрәжәғәт итәләр.
Ғөмүмән, хиджама бер ниндәй ауыртыныуһыҙ башҡарыла. Был дауалау ысулын профилактика өсөн генә эшләткән пациенттарым да бар.Ярты йылға бер тапҡыр эшләтеү күп сирҙәрҙе иҫкәртә. Һәр сир өсөн банканы ҡуйыуҙың үҙ нөктәһе бар. Мәҫәлән, бауырға нисә процедура кәрәклеге ул кешенең организмы ни тиклем шлаклы булыуына, уның ни тиклем дөрөҫ туҡланмауына бәйле.
Миңһылыу Әминева белдереүенсә, ниндәйҙер дауалауға мөрәжәғәт итер алдынан уның файҙаһына, ярҙам итеренә ышанып, инанып барырға кәрәк. Шул саҡта уның һөҙөмтәһе лә булыр.
Һөлөк һалдырыу йәки хиджама эшләтеү өсөн махсус бүлмә Аҡъяр ауылы, С.Юлаев проспекты, 41 адресы буйынса Матбуғат йортонда (редакция) икенсе ҡатта урынлашҡан.
Белешмә өсөн телефон: 8-937-479-24-75 йәки 2-98-35.