Яңылыҡтар
4 Май 2021, 05:51

Хәйбуллалар Бөйөк Еңеү көнөнә әҙерләнә

Быйыл да “Үлемһеҙ полк” онлайн форматта үтә. Шулай ҙа районда фронтовиктарҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында үҙенсәлекле проект алып барыла. Мәҫәлән, Хәйбулла яугирҙарының фотоһүрәттәре һәм исем-шәрифтәре муниципаль район хакимиәте бинаһы стенаһында проекцияһы күрһәтелә. Яугирҙарҙың вариҫтары өсөн был оло ғорурлыҡ.

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов “Бәйләнештә” төркөмөндәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, быйыл да “Үлемһеҙ полк” онлайн форматта үтә. Шулай ҙа районда фронтовиктарҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында үҙенсәлекле проект алып барыла. Мәҫәлән, Хәйбулла яугирҙарының фотоһүрәттәре һәм исем-шәрифтәре муниципаль район хакимиәте бинаһы стенаһында проекцияһы күрһәтелә. Яугирҙарҙың вариҫтары өсөн был оло ғорурлыҡ.
Әгәр ҙә һеҙҙең дә ғаиләнән бөгөнгө тыныс тормош өсөн көрәшкән ветеран-яугирҙың ошо трансляцияға индерелеүен һәм ошо үҙенсәлекле “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашыуын теләһәгеҙ, уларҙың фотоларын veteranhaibulla@bk.ru. электрон почтаһына ебәреүегеҙ һорала.
Тағы ла 9 майҙа 11.00 сәғәттә Аҡъяр ауылында Хәйбулла районы фронтовиктарына ҡуйылған һәйкәлде асыу тантанаһы үтә. Барығыҙ ҙа илһөйәрлек тантанаһына рәхим итегеҙ!
Читайте нас