Яңылыҡтар
4 Май 2021, 05:34

Фытыр-саҙаҡаны туғандарға бирергә яраймы?

*

Көтөп алған изге Рамаҙан айы аҙағына яҡынлаша. Ошо айға бәйле фытыр-саҙаҡа буйынса Хәйбулла районы имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт мәғлүмәт бирҙе.
–Фытыр-саҙаҡа ярлы, меҫкен, мохтаж, бурыслы, сәфәрҙә ҡыйынлыҡ кисергән кешеләргә бирелә.
-Фытыр-саҙаҡа ата-әсәләргә, олатай-өләсәйҙәргә, балаларға, ейән-ейәнсәрҙәргә бирелмәй. Ләкин мохтаж бер туғандарға, яҡын туғандарға биреүҙең сауабы икеләтә ҙурыраҡ. Хатта пайғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйтә: «Кешенең мохтаж туғандары булып та уларға бирелмәгән, сит кешеләргә бирелгән хәйер-саҙаҡаһы ҡабул булмай». Икенсе ауылда йәшәһәләр ҙә, уларға биреү сауаплыраҡ.
-Әгәр кеше ярлы, ҡыйын хәлдә икән, ул фытыр түләмәй, ә үҙенең алырға хаҡы бар. Зәкәттең дә, фытырҙың да хикмәте – ҡыйын хәлле кешеләргә ярҙам итеү.
Читайте нас