Яңылыҡтар
4 Май 2021, 05:57

Әбйәлилдә өс ир-егет һәләк булды...

Таңғы 6-ла булған ҡот осҡос юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булғандарҙың барыһы ла - бер ауылдан.

2 майҙа таңғы 6-ла Әбйәлил районында үлемесле авария теркәлгән.
Райондың "Осҡон" гәзите хәбәр итеүенсә, Асҡар - Хәлил юлының 3-сө километрында "Дэу Нексия" руле артындағы 21 йәшлек водитель машинаға идара итеүҙе юғалта һәм юлдан ситкә оса. Автомобиль түңкәрелә. Шул урында водитель һәм уның ике пассажиры - 24, 40 йәшлек ирҙәр йән бирә. Һәләк булғандарҙың барыһы ла - Тал Ҡусҡары ауылы егеттәре.
Әле ваҡиға урынында тикшереү бара, авария сәбәптәре асыҡлана. Һәләк булғандарҙың ғаиләләренең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Тәүлек әйләнәһенә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 2100-ҙән ашыу осрағы теркәлгән, ун юл-транспорт фажиғәһе асыҡланған, спиртлы эсемлек эскән килеш рулгә ултырған 65 водитель туҡтатылған, аварияларҙа биш кеше һәләк булған.
Юлдарҙа һаҡ булайыҡ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: "Осҡон" гәзите сайты.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас