Яңылыҡтар
2 Май 2021, 03:40

Төп бүләк - 50 мең һумлыҡ сертификат!

Балағыҙҙың моңо бармы? Гел генә көйләп йөрөймө? Улайһа, Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы тауышы. Балалар” шоу-проектының икенсе миҙгеленә рәхим итегеҙ! Йыр бәйгеһендә 7 йәштән алып 15 йәшкәсә балалар ҡатнаша ала. Тулыраҡ яҙмала.

Сибай ҡалаһында матур йолаға әйләнә барған сара көтөлә: “Урал аръяғы тауышы. Балалар” конкурсы буласаҡ.
Әле проектта ҡатнашырға теләгәндәрҙән заявкалар ҡабул итеү башланды. Йыр-моңға маһир ете – ун дүрт йәшлек малай һәм ҡыҙҙарға https://vk.com/goloszauralya махсус төркөмөнә инеп, конкурс шарттары менән ныҡлап танышырға кәрәк.
Конкурстың иң ҙур бүләге - 50 мең һумлыҡ сертификат. Әйҙәгеҙ, тәүәккәлләгеҙ, йәштәр!
Фото: "Башинформ".
Автор: Карима Усманова
Читайте нас