Яңылыҡтар
2 Мая 2021, 03:58

Кубок - турнир хужалары ҡулында

«Башҡорт баҡыры» йәмғиәтендә традицион рәүештә волейбол буйынса ярыштар үтте

Апрель аҙағында «Башҡорт баҡыры» йәмғиәтендә традицион рәүештә волейбол буйынса ярыштар уҙа, бында предприятие һәм уның подрядсы ойошмаларынан тыш, Хәйбулла һәм Йылайыр ауыл биләмәләре командалары көс һынаша.
Быйыл «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты, «ШСУ» йәмғиәте һәм Юлдыбай ауылы йыйылма командалары күсмә кубок өсөн көрәште.
Турнир сәмле барҙы, бер командала бирешергә теләмәне, һәр бер партия көсөргәнешле үтте.
Һөҙөмтәлә, Юлдыбай волейболсылары 4-се урын, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты 3-сө урын, «ШСУ» йәмғиәте 2-се урынды биләне. Ә «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте йыйылма командаһы турнир еңеүсеһе булды һәм кубокка эйә булды.
фото: «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте
Читайте нас