Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1 майҙа иртән республикала фажиғәле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде.
Ауыр хәл Мәләүез районы биләмәһендә булған. Өфө - Ырымбур трассаһының 194-се километрында Өфө йүнәлешендәге ВАЗ-2115 менән ҡаршы килгән бензовоз бәрелешә. Һөҙөмтәлә еңел автомобиль водителе һәм уның пассажиры шул урында йән биргән.
Республиканың дәүләт автоинспекцияһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле авария урынында тикшереү эштәре бара.
Май айының оҙайлы ял көндәре башланды, юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ! Өйҙә һеҙҙе һәр саҡ яҡындарығыҙ көтә икәнлеген бер ваҡытта ла хәтерегеҙҙән сығармағыҙ, уларҙы ғүмерлек ғазапҡа һалмағыҙ. Май байрамдары күңелле ваҡиғаларға бай булһын!