Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
2 Май 2021, 03:26
5 мең һум биреп, алдап йөрөгәндәр
28 йәшлек ике егет тотолған. Асыҡланыуынса улар
Өфөлә хоҡуҡ һаҡсылары ялған 5 мең һумлыҡ купюраларҙы ҡулланып йөрөгәндәрҙе тотҡан.
Фараздар буйынса, улар - 28-әр йәшлек ике егет. Бындай аҡсаны улар интернет селтәрендә тапҡан, бәләкәйерәк һатыу нөктәләрендә, әҙ генә тауар алып, шуның менән иҫәпләшкән, ҡайтарымын, йәғни артығын ысын банкнота менән алып йөрөгән.
Енәйәттә шик аҫтына алынғандар Өфөлә тотолған. Тентегән ваҡытта ла яндарында ялған аҡса табылған.
Уғрыларға ҡарата "Рәсәй Федерацияһы Үҙәк Банкы билеттарының ялған күсермәһен таратыу" статьяһы буйынса енәйәт эше асылған. Был статья буйынса хөкөм - 15 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү тигән һүҙ.
Әлеге ваҡытҡа егеттәрҙең ялған аҡса менән ете эшкә ҡатнашлығы барлығы иҫбат ителгән. Өҫтәмә факттар табыу өсөн тикшереү дауам итә.
Полиция иҫкәртә: эре купюраны ваҡлағанда һаҡ булығыҙ, тикшереп алығыҙ, ә инде аҡсаның ялған булыуын асыҡлаһағыҙ, тиҙ үк эске эштәр органдарына хәбәр итегеҙ.
Фото: vest-news.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/5-me--um-birep-aldap-y-r-g-nd-r-782484/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"