Яңылыҡтар
1 Май 2021, 09:35

Емеш ағас-ҡыуаҡтары үҫентеләрен нисек һайларға?

Бындай осраҡ­та йыш ҡына алданабыҙ. Ошондай күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн яҙмалағы кәңәштәргә ҡолаҡ һалырға тәҡдим итәбеҙ.

Әле үҫен­теләр һатып алыу осоро башлана. Баҙарҙа улар бихисап. Ма­шина-машина сыға­рып һаталар. Ошо муллыҡтан күҙ ҡамаша. Тик күпселек осраҡ­та беҙ оҙон телле һатыусыныҡын һайлайбыҙ һәм йыш ҡына алданабыҙ.
Ҡы­ҙыл һәм ҡара ҡарағат, крыжовник, ҡурай еләге, баҡса еләген баҡсасылар билдәһеҙ етеш­тереүселәрҙән алып, йыш ҡына ауырыуҙар менән зарар­ланған үҫентеләр ултырта, һөҙөмтәлә үҙен кәм тигәндә өс йылға мул уңыштан мәхрүм итә. Бындай хәл булмаһын өсөн, тәү сиратта үҫентеләрҙе ышаныслы етештереүсенән алырға кәрәк. Иң һәйбәте – беҙҙең ерлектә үҫте­релгәндәргә өҫтөнлөк би­рергә. Шул саҡта үҫентеләр тиҙ ерегеп китеп, ауырыуҙарға бирешмәй, ти­ҙерәк уңыш бирә башлаясаҡ. Ағастар алырға кәрәк булһа, тәүҙә һеҙгә нин­дәй сорт кәрәк­леген алдан уҡып белегеҙ. Районға ҡулай­лаштырылған сорттарға өҫтөн­лөк бирегеҙ. Шул саҡта ҡара­ғатта бөрө талпандары, фитофтороз, япраҡ ауырыуҙары булмаҫ.


Үҫентеләрҙе йә көҙ яп­раҡ­тар ҡойолғас, йә яҙ бө­рөләнгәс, япраҡ ярғанға тиклем алырға кәрәк. Һайланған ҡыуаҡты йә ағасты ентекләп ҡарап сығығыҙ. Һау үҫентенең ҡайыры ялтырап торорға, йәнселмәгән булырға тейеш. Ботаҡтарының береһе булһа ла кипкән икән, был үҫен­тенән баш тартығыҙ. Бөрөләре һау, кипмәгән булһын. Әгәр үҫен­те япраҡ ярған икән, япраҡта­рына иғтибар итегеҙ. Япраҡ­тарында таптар, башҡа төҫтәр, ау һәм башҡа сит әйберҙәр бул­маһын. Ағасты ултыртҡанда уның осон саҡ ҡына киҫергә кәңәш итәләр. Шуға һатыу­сының рөхсәте менән тамыр осон ҡыр­ҡып ҡарағыҙ. Әгәр тамырҙа бүрткән урындар, төҫөн үҙгәрткән ерҙәр бар икән, тимәк, был үҫенте һеҙҙеке түгел.


Үҫентеләрҙе һайлау бер, алып килеп ултыртҡан ерҙең сифаты – икенсе мәсьәлә. Ерҙең сифаты улар­ға ҙур йоғонто яһай. Әсе ерҙе эзбиз­ләмәйенсә еләкле культураларҙы ултыртыу һөҙөмтәһеҙ бу­ла­саҡ. Баҡсағыҙҙа ер уңды­рыш­һыҙ, ауыр икән, үҫен­теләрҙе ултыр­тыр алдынан бер ай самаһы алдан минераль һәм органик ашламалар индерергә һәм ҡом алып килергә кәрәк.


Баҡса схемаһын алдан уйлау хә­йерле, әлбиттә. Бер-бе­реһенә яҡын туған булған үҫентеләрҙе эргәләш ултыр­тырға кәңәш ител­мәй; ҡарағат менән крыжовник, ҡурай еләге менән баҡса еләге. Ә бына алмағас менән ҡурай еләге бер-береһенә, киреһенсә, ярҙам итә. Уларҙы эргәләш ултыртҡан хәлдә, мул уңышҡа өмөт итергә була.


Үҫентеләр ара­һында һауа һәйбәт йөрөргә, ҡояш нурҙары иркен үтеп инергә тейеш.
Фото һәм видео Л. Нуретдинованың шәхси сәхифәһенән.
Автор: Лилия Нуретдинова
Читайте нас