Сит төбәктә эшләп йөрөгән яҡташыбыҙ ғәйеп булған. Туғандары белдереүенсә, был эштә сәйер яҡтар байтаҡ.
48 йәшлек Рәмил Хисамов Төмән өлкәһенең Тобольск ҡалаһында эшләп йөрөгән һәм 26 апрелдә ҡайтырға тейеш булған. Юлға сығып, әйберҙәрен вокзалда ҡалдырған һәм ҡасаба яғына сығып киткән. Был турла "Комсомольская правда" баҫмаһы хәбәр итә.
"Атайым Өфөлә эшләй. Тик уны ике айға командировкаға Тобольск ҡалаһына ебәрҙеләр. Эшен бөтөрөп, ҡайтырға тейеш ине. Вокзалға килгән, билет һатып алған. Видеокүҙәтеү камераһында уны вокзалда булғаны һәм әйберҙәрен ҡалдырып, ҡасаба яғына сығып киткәне теркәлгән. Үҙе менән документтары ғына булған, ә аҡсаһын картаға беҙгә күсереп тора ине. Был ҡалала уның туғандары ла, таныштары ла юҡ", - тип һөйләгән ҡыҙы Динә.
Шуныһы сәйер, кисә уларға Тобольск ҡалаһынан "Ашығыс ярҙам" фельдшеры шылтыратҡан һәм Рәмил Хисамовҡа оҡшаған кеше янына саҡырыуға барғанын әйткән. Ул урам буйында аңһыҙ ятҡан, табиптар иҫенә килтергәс, дауаханаға алып бармаған. Фельдшер аҙаҡ ҡына был кешене эҙләүҙәре тураһында белгән һәм ғаиләгә шылтыратып әйткән.
Ҡыҙы белдереүенсә, атаһының элекке баш мейеһе йәрәхәте бар. Юлға сығыр алдынан ул йыш ҡына башы ауыртыуы һәм әйләнеүе тураһында әйткән. Шуға күрә ғаилә уның хәтерен юғалтыуы бар тигән фекерҙә. Әле ирҙе эҙләр өсөн кейәүе киткән, шулай уҡ урында полиция һәм ирекмәндәр эшләй.
Рәмил Хисаевтың буйы 185 см, мыҡты кәүҙәле, ҡара ҡыҫҡа сәстәре әҙерәк салланған. Ул ҡара куртка, ҡара спорт трикоһы кейгән булған. Ҡайҙа икәнлеген белһәгеҙ, туғандары менән 8(950)534-15-40 телефоны буйынса бәйләнешкә сығыуығыҙ йәки полицияға хәбәр итеүегеҙ һорала.