Хәйбулла хәбәрҙәре
+10 °С
Облачно
ВКонтакте
Одноклассники
МАКС
Баш
Рус
Яңылыҡтар
30 Апреля 2021, 05:27
ҒӘҘӘТТӘН ТЫШ ХӘЛДӘР МИНИСТРЛЫҒЫНДА ТӘБИҒӘТТӘ ШАШЛЫҠ ҠЫҘҘЫРЫУ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ ҺӘМ ЯНҒЫНҒА ЮЛ ҠУЙМАУ ТУРАҺЫНДА ҺӨЙЛӘНЕЛӘР
.
Добавить в предпочтительные источники Google
Эдуард Иҙрисов һүҙҙәренсә, мангалды яҡындағы биналарҙан һәм ҡоролмаларҙан – биш метр, ҡатнаш урмандан – 30 метр, ылыҫлы урмандан 100 метр алыҫлыҡта ҡуйырға кәрәк.
Мангалдың япраҡтар һәм ҡоро үлән янында тормауы мөһим. Шул уҡ ваҡытта ҡул аҫтында янғын һүндереү саралары, мәҫәлән, һыу булырға тейеш.
«Янғынға юл ҡуймау өсөн ағас күмерен файҙаланыу хәүефһеҙерәк. Ут тоҡандырыу өсөн махсус шыйыҡса файҙаланабыҙ, ҡоро үләнгә ҡабынмаһын өсөн аҙ ғына миҡдарҙа. Янып ятҡан усаҡҡа шыйыҡса һибергә ярамай», — тине Иҙрисов.
Шашлыҡ бешергәндән һуң күмергә күп итеп һыу һибергә кәрәк. Ут менән эш иткәндә хәүефһеҙлек сараларын үтәргә тәҡдим ителә, тип белдерҙеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.
Бынан алда «Башинформ» республикала ҡоро үләндең яныуы сәбәпле тәүлек эсендә 17 янғын теркәлеүе тураһында
хәбәр иткәйне
.
https://
www.bashinform.ru/news/1588853-v-mchs-rasskazali-kak-pozharit-shashlyk-v-mayskie-prazdniki-i-ne-ustroit-pozhar-/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Ксения Калинина
Читайте нас
telegram
вк
дзен
ок
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"