Яңылыҡтар
30 Апрель 2021, 16:56

Ағастарҙы киҫтегеҙме әле?

Емеш ағас-ҡыуаҡтарын тәрбиәләү, ҡоротҡостарҙан һаҡлау ысулдары беҙҙең яҙмала...

Ҡояш нурҙары саҡ ҡына йылытыу менән, баҡса күҙгә күренеп үҙгәрә. Кисә генә йоҡлаған бөрөләр асыла, сәскәләр морон төртә башлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ағас-үҫентеләр менән бергә баҡсаға зыян килтергән бөжәктәр ҙә уяна. Иртә яҙ – уларға ҡаршы көрәшеү өсөн иң уңайлы мәл. Тап ошо ваҡытта баҡсаны төрлө дарыуҙар менән эшкәртеп ҡалырға кәрәк. Улар ауырыуҙарҙы һәм бөжәктәрҙе таралмаҫ борон юҡ итергә ярҙам итер.

Тәү сиратта һәр ағасты ентекләп ҡарап сығырға кәрәк.
1. Ҡарт ағастарҙың олонон шпатель йә тимер щетка менән таҙар­тып сығығыҙ, сөнки айырылып тор­ған ҡайыр аҫтында бөжәктәр ҡыш­лай, унан йомортҡа һала башлай.

2. Емеш биргән ҡыуаҡтарҙың бо­таҡ­тарын һәм бөрөләрен тикше­регеҙ. Уларға эҫе һыу ҡойорға кәрәклеге тураһында беләһегеҙ инде.

3. Бөжәктәр ҡышлаған урын­дарҙы таҙартып сығығыҙ: былтырғы япраҡ, олондарҙағы тишек-тошоҡ, кипкән ботаҡтар – барыһы ла уларҙың йомортҡа һала торған ҡыуышы. Иң шәп ысул – яндырыу.

4. Ағас һәм ҡыуаҡтарҙы киҫергә ваҡыт. Тәү сиратта эскә ҡарай үҫ­кән ботаҡтарҙы алығыҙ, ҡамасау­лағандарынан һәм иҫкеләренән ҡотолоғоҙ. Ҡояш нурҙары һәм ел ботаҡ араһынан еңел үтергә тейеш.

5. Ағастарҙың һаулығын һаҡлар өсөн эзбиз менән аҡлап сығығыҙ. Тәү сиратта, был ысул ағастарҙың олонон ҡояш нурҙарынан һаҡлаһа, икенсе яҡтан, ҡайыр аҫтына бөжәк­тәрҙең ҡунаҡлауына ирек бирмә­йәсәк. Быйыл мин эзбизгә дегет ҡушып, ағас олондарын аҡланым. Дегеттең еҫе бөжәктәргә лә оҡшамай.

Баҡсаны ҡоротҡостарҙан һаҡ­лауҙың тағы бер һәйбәт ысулы – дарыу һиптереү. Быны дүрт этапта эшләргә кәрәк. Тәүгеһенә мәл етте. Бөрөләр бүрткәс, эште башларға кәрәк.

Икенсе этап япраҡтар асылғас башлана, сөнки йәшелләнеп ярған япраҡтар – ҡоротҡостар өсөн иң тәмле аҙыҡ.

Өсөнсө этап – ҡыуаҡтар һәм ағастар сәскә атыр алдынан. Тик сәскә атты икән, дарыу һиптерергә ярамай. Ағыуы емештең уртаһында тороп ҡаласаҡ.

Дүртенсе этап сәскә атҡандан һуң эшләнә. Алмағасы баш бармаҡ тырнағы хәтлем, ҡарағат һәм крыжовник борсаҡ хәтлем булғас, дарыу һиптерегеҙ.

Ағастарҙы тулыһынса эшкәр­тергә кәрәк: осонан алып олононоң төбөнә тиклем! Бер ҙур ағасҡа 5-6 литр дарыу, ҡыуаҡҡа 1-1,5 литр дарыу сарыф ителә. Препараттарға килгәндә иһә ҡоротҡостарҙың күпселегенә ҡаршы көрәшкәнен алырға кәрәк. Ағыу буласаҡ уңыш­ҡа насар тәьҫир итер тип ҡурҡ­мағыҙ, уларҙың һәр береһенең үҫентеләрҙе һаҡлау ваҡыты сик­ләнгән.

Фото: mir-ogorodnikov.ru
Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА
Читайте нас