Яңылыҡтар
29 Апрель 2021, 10:35

Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарына 4 майҙан 7-һенә тиклем дистанциялы уҡыуға күсергә рөхсәт ителде

-

Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарына 4 майҙан 7-һенә тиклем дистанциялы уҡыуға күсергә рөхсәт ителде. Илдең Мәғариф һәм фән министрлығы тейешле бойороҡ сығарҙы.
«Ойошма етәкселәре дистанциялы белем биреү технологияларын ҡулланып, белем биреү программаларын ғәмәлгә ашырырға хоҡуҡлы», — тиелә бойроҡ тексында.
Өфө дәүләт авиация техник университетында «Башинформ» агентлығына мәғлүмәтте раҫланылар. Юғары уҡыу йорто студенттары 4-7 майҙа өйҙән уҡый.
Алдан хәбәр ителгәнсә, Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттары студенттары 1 майҙан 10-ына тиклем өҫтәмә каникулға сығыуы мөмкин. Был турала фән һәм юғары белем министры урынбаҫары Дмитрий Афанасьев әйткәйне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ил президенты Владимир Путин 2021 йылдың 1 майҙан 10-ына тиклем эшләмәү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
Фото: story-house.ru
Читайте нас