Яңылыҡтар
29 Апрель 2021, 15:56

Хәйбуллалар халыҡ-ара акцияға ҡушылды

Бөгөн 2-се Аҡъяр мәктәбендә “Еңеү диктанты” үтте. Халыҡ-ара акцияла уҡыусылар, педагогтар, “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәре, “Йәш Гвардия” активистары һәм башҡалар ҡатнашты.

Бөгөн 2-се Аҡъяр мәктәбендә “Еңеү диктанты” үтте. Халыҡ-ара акцияла өлкән класс уҡыусылары, педагогия коллективы, “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәре, “Йәш Гвардия” активистары һәм башҡалар ҡатнашты.
Сара Бөйөк Ватан һуғышы йылдары ваҡиғалары тураһында хәтерҙе һаҡлау һәм тарихи грамоталыҡты күтәреү өсөн йүнәлтелгән. Ҡатнашыусыларға һуғыш тураһында төрлө тарихи ваҡиғалар, даталар һәм нәфис әҙәбиәт буйынса 25 һорауға яуап бирергә тәҡдим ителде. Барыһы ла һынауҙы уңышлы үттеләр.
фото:Тимур Рәмов
Читайте нас