Яңылыҡтар
28 Апрель 2021, 15:26

Вәт даланлы ғаилә!

"Был сумманы күреп ҡалғас, иремдең күҙ алдары ҡараңғыланып китте хатта", – ти Диана.

Был ғаилә өсөн ҡыуанырғамы, көнләшергәме тигәндәй... Ҡыуанайыҡтыр! Яҡташтарыбыҙ лотереяға 30 миллион һум аҡса отҡан!
Ҙур отошло тираж апрель урталарында булған. Әммә бөтә ил менән Сорғот ҡалаһынан еңеүсене эҙләгән саҡта, ул Өфө кешеһе Диана булып сыҡҡан.
Баҡһаң, Диана Сорғот ҡалаһында ҡунаҡта булған саҡта телефонына сим-карта һатып алған. Һәм лотереяның мобиль ҡушымтаһы ла шул телефонға ҡуйылған. Шуға күрә система еңеүсене Сорғоттан тип асыҡлаған.
Улар үҙҙәренең еңеүе тураһында интернет аша уйын һөҙөмтәләрен тикшергән саҡта белгәндәр.
– Был сумманы күреп ҡалғас, иремдең күҙ алдары ҡараңғыланып китте хатта, – тигән Диана.
Аҡсаны нимәгә тотонаһығыҙ тиеүгә, төрлө хыялдарын тормошҡа ашырыуға тигәндәр.
– Суперпризды отоу арҡаһында беҙ фантастик бейеклеккә өлгәштек. Ошоға тиклем эйфория хәлендәбеҙ, сөнки беҙҙең өсөн был - бик ҙур сумма. Аҡсаға балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итәсәкбеҙ һәм үҙебеҙҙең хыялдағы йортобоҙҙо төҙөп бөтәсәкбеҙ. Өйҙө үҙемдең дизайнер уйҙарым буйынса йыһазландырғым килә. Шулай уҡ ирем менән Парижға барасаҡбыҙ, был онотолмаҫ сәйәхәт булыр тип ышанам, – тигән Диана.
Даланлы ҡатын лотереяларҙа ҡатнашҡан башҡа кешеләргә үҙ уңыштарына ышаныуҙы теләгән.
Фото: dela.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас