Йәш ҡатын иртә бала тапҡан, әммә шәхси тормошон яйға һалыу уға бик мөһим булған. Был фатирҙы уға әсәһе ҡалдырған (үҙе бер иргә йәшәргә күскән).
Яңы 2021 йылды бала яңғыҙы ҡаршылаған. Йәш әсә 2-һендә генә ҡайтып ингән. Ул йыш ҡына сабыйын төпкө бүлмәгә бикләп сығып киткән. Бер көндө бала сыға алмаған, күршеләре, уның илағанын ишетеп, полиция саҡыртҡан.
Өй бысраҡ, плитәлә – күптән йыуылмаған таба. Ҡыҙсыҡтың сәсе туҙған, аҫлығы (подгузник) тулған. Ул иң башта иҙәндән бысраҡ сынаяҡты алып, эсергә теләүен күрһәткән.
Хәҙер бала дауаханала, уға оҙаҡ ваҡыт реабилитация үтергә кәрәк, аҙаҡ – балалар йорто. Әсәне хоҡуҡтарынан мәхрүм иткәндәр. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Балаға сабый ғүмере һәм һаулығы тәүге урында торған яратҡан атай-әсәй табылыр тип ышанғы килә.