Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
28 Апрель 2021, 16:02
Пассажирҙың үлемендә ғәйепле
Ир тәфтишселәрҙең башын бутап, яуаплылыҡтан ҡасыу маҡсатында үле кәүҙәне водитель креслоһына күсереп ҡуя...
Пассажирының үлемендә ғәйепле полиция хеҙмәткәренә хөкөм ҡарары сығарылған.
2019 йылдың 7 декабрендә Балтас районында 24 йәшлек иҫерек водитель, ҡаршы һыҙатҡа сығып, ҙур тиҙлектә күперҙең нығытмаһына барып бәрелә. Был аварияла эргәһендәге 25 йәшлек пассажир алған йәрәхәттәренән урында уҡ һәләк була. Хөкөм ителеүҙән ҡурҡып, водитель үҙ урынына үле кәүҙәне күсереп ҡуя.
Әммә тәфтишселәр водитель яғындағы хәүефһеҙлек мендәрендә һәм алғы тәҙрәлә табылған биологик эҙҙәрҙең кемдеке булыуын асыҡлаған. Ғәйепләнеүсенең һәләкәт ваҡытында алған йәрәхәттәре лә рулдә ултырған кешенекенә хас була.
Шулай итеп, был сетерекле хәл буйынса тикшереү тамам: 25 йәшлек ир, иҫерек килеш автомобилгә идара итеп, һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кеше ғүмерен ҡыйыуҙа ғәйепләнә.
Ә суд ирҙе алты йылға иркенән мәхрүм итергә, зыян күреүсенең яҡындарына бер миллион һум күләмендә әхлаҡи компенсация түләтергә тигән ҡарар сығарған. Шулай уҡ ул 2 йыл да 6 айға транспорт менән идара итеүҙән дә мәхрүм.
Фото:ЮХХДИ.
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Passagir-i--lemend--yeple-778842/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"