7 май Хәйбулла районында башҡорт теленән төбәк-ара «Еңеү диктанты» акцияһы ойошторола.
Диктант Бөйөк Еңеүгә арнала. Патриотик акция онлайн һәм оффлайн форматтарҙа уҙғарыла, унда Ырымбур өлкәһенең Гай, Ҡыуандыҡ райондарынан башҡорт теле, ил тарихы менән ҡыҙыҡһынған, битараф булмаған һәр кем ҡатнаша ала.
Диктантты яҙыу өсөн урындарҙа махсус майҙансыҡтар ойошторола. Аҡъярҙа ул Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы нигеҙендә үтә. «Еңеү диктанты» акцияһының бар ҡатнашыусыларына ла сертификат бирелә. Диктантты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, билдәле актер һәм режиссер, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев уҡый. Диктант өсөн Йыһат Солтановтың әҫәренән «Беҙ ҙә Еңеү яулаштыҡ!» тигән өҙөк алынған.
«Еңеү байрамы алдынан Хәйбуллала әһәмиәтле саралар үтә. М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры «Шәмсетдин һәм Шәмсура» исемле спектакль менән гастролгә сыға. 6-8 май Аҡьярҙа республика кимәлендә Ғаззали Үтәшев исемендәге призға милли көрәш буйынса бәйге үтә. Шулай уҡ, «Таштуғайҙың ике батыры: Ғаззали һәм Хөрмәтулла Үтәшевтәр. Тормошо һәм ижад юлы» китабының исем туйы була. Ә 7 май сәғәт өстә (15.00) Еңеү диктанты яҙабыҙ. Иң йәш ҡатнашыусыны һәм иң оло йәштәге диктант яҙыусыны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан махсус бүләк көтә», — ти Хөрмәтулла Үтәшев.