Башҡортостан хөкүмәтендә 2021 йылдың 13 майы ял көнө тип иғлан ителде. Был көндә изге Рамаҙан айының тамамланыуы - Ураҙа байрамы билдәләнә.
Шулай итеп, майҙа Башҡортостанда йәшәүселәр 1 майҙан 10-ына тиклем ял итә, 11 һәм 12 майҙа эшләй, ә 13-өндә йәнә ял. 12 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Май айында республикала бөтәһе 17 ял көнө була.
Сығанаҡ: ГорОбзор.ру