«2021 йылда илдең запастағы граждандарын Рәсәйҙең Ҡораллы көстәрендә һәм Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте органдарында хәрби йыйындар үтергә саҡырырға», тиелә документта.
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә һәм субъекттарҙың башҡарма власть органдарына граждандарҙы хәрби йыйындарға саҡырыуға һәм ошо йыйындарҙы үткәреүгә бәйле сараларҙы үтәүҙе тәьмин итеү бурысы йөкмәтелгән.
https://vk.com/club188461041