Яңылыҡтар
27 Апрель 2021, 17:55

Тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын!

Байғусҡар ауылының изге иман йорто мәсетебеҙгә динде хөрмәт иткән, яратҡан ауылдаштарыбыҙ йыйылды. Ауылыбыҙ мәсетенең имам-хатибы Сәғит Зиннәт улы ураҙаның биш үҙенсәлеге тураһында вәғәз һөйләне һәм Байғусҡар зыяратында ерләнгән әруахтар рухына аят бағышланды. Ауылыбыҙҙа йылдан-йыл йәштәрҙең дингә ылыға барыуы ҡыуаныслы күренеш.

Ауыҙ асҡандан һуң, тә рәүих һәм йәстү намаҙҙары уҡылды.
Өҫтәл һый - ниғмәттән һығылып торҙо, ауылыбыҙҙың уңған ҡыҙы Земфира Сәғит ҡыҙы һәр бер дини байрамда үҙенең бәлештэре, тәмле былауы менән һыйлай, ҙур рәхмәт уға. Ауылдаштар исеменән, сауабын насип итһен. Ҡулдарында ҡот уйнатҡан, егәрле еңгәйҙәрҙең бәлеш, ҡоймаҡ, ҡош теле бигерәк тәмле,тел йоторлоҡ инде:Вәсилә, Резеда, Сәриә, Сания, Мәйсәрә, Лидия, Резеда, Гөлайшэ, Рәмилә, Клара, Нурия, һәм башҡаларға ҙур рәхмәт әйтке килә, ғаиләләренә, һаулыҡ уңыштар теләйбеҙ. Арабыҙҙа ир-уҙамандарыбыҙҙын да күп булыуы ҡыуандыра, бергә булған халыҡтың иртәгәһе ышаныслы, ундай өммәтен тамыры ныҡлы була.

Аллаһ Тәғәлә ураҙабыҙҙы, ғибәҙәттэребеҙҙе ҡабул итһен, һәр ғаиләгә рәхмәтен, бәрәкәтен насип итһен, доғаларыбыҙ яуап алһын, иншаллаһ.
Дин ул паклыҡ ҡа, сафлыҡҡа әйҙәй, тормошобоҙҙо нурға күмәйек, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә яҙһын!

Читайте нас