Йылайыр районы Кананикольский ауылында ихатаға көтөлмәгән ҡунаҡ килеп ингән.
Бәләкәс, хәлһеҙ булыуына ҡарамаҫтан, үҙенә яҡын ебәрмәгән. Тайыш табанды тотоп алғас, ул ысҡынырға маташҡан, үкергән. Хәҙер ҡунаҡсыл хужалар уны нимә эшләтергә тип баш вата. Браконьерҙар айыу балаһының әсәһен үлтергән һәм ул яңғыҙ ҡалған, күрәһең.
Сығанаҡ: "Ауыл уттары" гәзите