Яңылыҡтар
27 Апрель 2021, 08:53

Атай йортон һаҡлап алып ҡалғанға рәхмәт әйтәләр

"Рәхмәтебеҙ шул тиклем ҙур, ошо изге Рамаҙан айында беҙгә эшләгән яҡшылыҡтары үҙҙәренә меңләтә сауап булып әйләнеп ҡайтһын", – ти балалары.

Уҙған аҙна аҙағында Әбйәлил районының Дәүләт ауылында янғын сыҡҡайны. 80 йәштән уҙған оло кешенең мунсаһына ут тоҡанған. Бәхеткә күрә, күмәк көс менән уның өйө, күрше-тирәнең йорт-ҡаралтыһы һаҡлап алып ҡалынған.
"Бәйләнештә" социаль селтәрендә ҡарттың балалары ошо айҡанлы рәхмәт әйтә. Улы Зәбир Һибәтов һәм ҡыҙы Дилә Ҡорманғәлина ярҙамға килгән барлыҡ халыҡҡа йылы һүҙҙәрен еткерә:
"Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ, балалар, ситтә йәшәйбеҙ, бәлә булған мәлдә янда була алманыҡ. Әммә донъяла изге, хәстәрлекле кешеләрҙең күп икәнлегенә инандыҡ. Ауылдаштарыбыҙ ғына түгел, күрше Яңауыл, Ҡушый, Селивановка ауылдарынан да битараф булмаған ир-ат килеп етеп, дәррәү генә янғынға ҡаршы көрәште. Аллаға шөкөр, утты һүндерҙеләр. Рәхмәтебеҙ шул тиклем ҙур, ошо изге Рамаҙан айында беҙгә эшләгән яҡшылыҡтары үҙҙәренә меңләтә сауап булып әйләнеп ҡайтһын. Бәлә-ҡаза уларҙы ла урап үтһен!"
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас