Һалҡын ҡышты үткәреп йәмле яҙҙың бер иртәһендә Мәмбәт ауылының эре мөгөҙлө малдары беренсе көтөүгә сыкты.Ҡара ергә баҫыу-оло бәхет,ти боронғолар.Ысынлап та,бар тәбиғәт уянған саҡта,наҙ бөркөлгән миҙгелдә тәү башлап көтөү сығыу көнө ауыл халҡы өсөн үҙенә күрә байрам.
Тәү башлап көтөүсегә йомортҡа биргәндәр.Малдар имен-һау ғына,йомортҡа кеүек йоп-йоморо булып тәгәрәп йөрөһөндәр өсөн.Кемдер хәйер итеп төрлө ашамлыҡтар биргәндәр. Малдарҙы һамаҡлап тал сыбығы менән ҡыуғандар һәм "Малдарыбыҙ ҡышҡылыҡҡа ҡурабыҙға теүәл ,һимереп инһен"тип теләк теләп ул сыбыҡты һарайға элеп ҡуйғандар.
Был матур йола көтөүселәрҙе ҙурлау,ихтирамлау һәм уларға түҙемлек һәм һаулыҡ теләү.Әйткәндәй,был матур йола беҙҙен ауылда һаман һаҡланып килә.