Вахта ысулы менән эшләүселәр тундрала, тайгала, диңгеҙҙәрҙә, Алыҫ Төньяҡта үҙләштерелмәгән ерҙәрҙе яулай, нефть һәм газ сығара, юлдар һала, нефть һәм газ үткәргестәр һуҙа.
Ваҡытлыса республиканан ситтә эшләүсе кешеләр һаны буйынса Башҡортостан илдең башҡа төбәктәре араһында беренсе урын биләй. Вахтовиктарҙың күпселеге – ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа йәшәүселәр. Рәсми статистика буйынса республиканан 148 мең самаһы кеше даими рәүештә вахтаға китә, уларҙың иҫпкә алынмағандары ла байтаҡтыр, моғайын.
Бөгөн тыуған ерҙәренән алыҫта эшләгәндәрҙең барыһына тик изге теләктәр генә юллайбыҙ. Ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә, иҫән-һау йөрөгөҙ! Ғаиләләрегеҙ һеҙҙе имен-аман көтөп алһын!