Яңылыҡтар
26 Апрель 2021, 13:51

Һыйырҙы ҡотҡарам тип...

Ирҙәр һыйырҙы йәлләп, кәмә менән уның янына баралар. Әммә көслө ел сәбәпле...

Белорет районының Сермән ауылында, һыйырға ярҙам итәм тип, ике ир сетерекле хәлгә эләккән, тип хәбәр итә социаль селтәрҙәрҙә Белорет ҡалаһының мәғлүмәт-күңел асыу порталы.
Ә хәл былайыраҡ булған икән. Баҡтиһәң, йылға уртаһындағы утраусыҡҡа һыйыр барып эләгә. 25 апрелдә ирҙәр һыйырҙы йәлләп, ашатырға кәрәк тип уйлап, кәмә менән уның янына баралар. Әммә көслө ел сәбәпле, тулҡын ныҡ була, һәм һөҙөмтәлә уларҙың кәмәләре ағып китә
Ахырҙа ирҙәргә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә тура килә. Күп тә үтмәй ҡотҡарыусылар килеп етә, катамаранда ирҙәрҙе эвакуациялайҙар, һыйырҙы ла мөгөҙөнән һөйрәтеп алып сығалар.
Бәхеткә, ирҙәр ҙә, һыйыр ҙа һыу тотҡононан имен ҡотола.
Фото социаль селтәрҙән.
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас