Позитив байрамда балалар квест-уйында ҡыҙыҡлы заданиелар систе, йомаҡтар ҡойҙо, хәрәкәтле уйындарҙа уйнаны. Малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн кулинар оҫталыҡ класы ойошторолдо. Улар винегрет һәм емеш-еләктән салат әҙерләнеләр. Балаларҙың ҡыуаныстары сикһеҙ булды.
Ә ололар өсөн “Нимә ашағаныңды ҡара” тип аталған лекторий үтте. “Айгөл” балалар баҡсаһы шәфҡәт туташы Нурия Миасар ҡыҙы дөрөҫ туҡланыу темаһы буйынса сығыш яһаны. Ғаиләләр менән эшләү буйынса белгес Флорида Ислам ҡыҙы талҡан әҙерләү буйынса оҫталыҡ класы күрһәтте.Мәҙәни ойоштороусы Әлфиә Илшат ҡыҙы көндәлек тормошта кәрәкле энә ҡуйғыс эшләргә өйрәтте.