Яңылыҡтар
26 Апрель 2021, 13:29

Магнитогорскиҙа башҡорт теле уҡытыласаҡ

Ҡаланың 5-се мәктәбендә "Башҡорт теле - башҡорт иле" мәҙәни-тарихи йәкшәмбе мәктәбен асыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

24 апрелдә Магнитогорск ҡалаһының 5-се мәктәбендә "Башҡорт теле - башҡорт иле" мәҙәни-тарихи йәкшәмбе мәктәбе проектын тормошҡа ашыра башлауға арналған сара үтте.
Унда Милли мәғариф идаралығының дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу һәм төбәк-ара бәйләнеш бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты Гөлсөм Дилмөхәмәтова, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты директоры урынбаҫары Фәнил Бүләков, өҫтәмә белем биреү педагогы Алмас Такалов, Магнитогорск ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары Ольга Бирюк ҡатнашты.
Тантаналы шарттарҙа проектты тормошҡа ашырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. 1-се гимназиянан матди-техник саралар, башҡорт теле һәм мәҙәниәте кабинетын йыһазландырыу өсөн күрһәтмә пособиелар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән шиғыр йыйынтыҡтары тапшырылды.
Башҡорт теле, мәҙәниәте һәм тарихы буйынса дәрестәр төрлө йәштәгеләр өсөн урындағы педагогтар тарафынан аҙнаһына өсәр сәғәт уҡытыласаҡ.
Фото: Мәғариф һәм фән министрлығы.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас