Яңылыҡтар
26 Апрель 2021, 13:33

Үлемдәрҙә ҡот осҡос осраҡлыҡ ғәйепле

Әгәр ваҡытында батарейка алмаштырылһа, дүрт кеше ҡорбан булмаҫ ине...

Уҙған ялдарҙа Ишембайҙа булған ҡурҡыныс янғын тураһында бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә лә һөйләшеү булды. Ул саҡта дүрт кешенең, шул иҫәптән ике баланың ғүмере өҙөлдө. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғын төҙөк булмаған электр сымы арҡаһында сыҡҡан.
Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, был фажиғәнән ҡасып булған. Баҡһаң, йортта янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама ҡуйылған, тик ике көн элек уның батарейкаһы ултырған һәм уны алған булғандар. Фәрит Ғүмәров ошо йәһәттән муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп, май байрамдарына тиклем янғын тураһында иҫкәрткән ҡулайламаларҙың булыу-булмауын, уларҙың эшләү-эшләмәүен тикшереүҙе ойошторорға ҡушты.
– Ишембайҙағы янғын – ҡот осҡос осраҡлыҡ. Тимәк бер генә көн эшләмәгән ҡулайлама ла ошондай фажиғәгә килтерә ала. Бындай мәсьәләләрҙә осраҡлыҡ, ваҡлыҡ юҡ. Барыһы ла эшләп торорға тейеш. Быны контролдә тотоуы еңел түгел, өҫтәмә саралар кәрәк. Бәлки, һәр бер ҡулайламаға өҫтәмә батарейкалар комплекты кәрәк булыр, быны эшләүе ауыр түгел, – тине оператив кәңәшмәне алып барған Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, ғаилә имен булған. Улар менән профилактик һөйләшеүҙәр, инструктаж үткәрелгән. Ни бары ваҡытында алмаштырылмаған батарейкалар...
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас