Яңылыҡтар
26 Апрель 2021, 07:12

Өфөнән Калининградҡа тура авиарейс асылды

-

24 апрелдә Өфө аэропортынан Калининградҡа быйыл беренсе тура авиарейс асылды. Ошо хаҡта һауа карабының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Осоу ваҡыты – яҡынса өс сәғәт.
Рейстар яҙғы-йәйге миҙгелдә, октябрь аҙағына тиклем аҙнаһына ике тапҡыр: шаршамбы һәм шәмбе көндәрендә башҡарыла.
Самолет Өфөнән – киске сәғәт 8-се 15 минутта, Калининградтан иһә көндөҙгө 1-се 10 минутта (урындағы ваҡыт) сыға. Башҡортостандың баш ҡалаһынан Калининградҡа осоштарҙы 180-дән күберәк пассажир һыйҙырышлы Boeing 737-800 самолеттарында Nordwind авиакомпанияһы башҡара.
Читайте нас