Яңылыҡтар
26 Апрель 2021, 06:16

АҒАС ҮҪЕНТЕЛӘРЕ - ТЕПЛИЦАЛА!

.

Венер Исхаков

Теплицала ағас үҫентеләре үҫтереү өсөн Балаҡатай урман хужалығы предприятияһы хеҙмәткәрҙәре 90 квадрат метр майҙанлы теплица төҙөй башланы. Ҡоролмаға апрель аҙағында ҡарағай орлоҡтары ултыртыласаҡ. Шулай уҡ Ейәнсура урман хужалығы предприятияһында ла ябыҡ япмала орлоҡтарҙан ағастар үҫтерелә. Башҡортостан республикаһы урмансылары урман ултыртыу эштәрен Владимир Путиндың май указдары менән билдәләнгән "Экология" милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" федераль проекты ярашлы алып бара.
Фото:”Башинформ”
Читайте нас