Яңылыҡтар
26 Апрель 2021, 14:52

2-се Аҡъяр мәктәбенең тимурсылар командаһы

5-се а класс уҡыусыларын хеҙмәт ветераны Нурзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Мәмбәтова урамға сығып уҡ ҡаршы алды //

Етеп килгән 9 май байрамы айҡанлы, 2-се Аҡъяр мәктәбендә “Ысын күңелдән” исемле акция иғлан ителде.
Был акцияны ишеткәс тә 5-се а класс уҡыусылары үҙҙәренә беркетелгән хеҙмәт ветераны, бәләкәй кластан ярҙамдарынан ҡалдырмаған Нурзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Мәмбәтоваға ярҙамға ашыҡты. Ветераныбыҙ көтөп торғандай тыштан уҡ ҡаршы алды. Эшем юҡ тиеүгә ҡарамаҫтан. малайҙарҙың береһе ҡулдарына көрәк алып ҡарағат төптәрен йомшартһа, икенселәре ҡулдарына тырма алдылар.
Бының менән генә ҡыҙған егеттәр туҡтап ҡалмай. күрше генә торған тағы бер хеҙмәт ветераны Нәйлә Алғужа ҡыҙына барып, өйҙә булмаһа ла, утынын, һә тигәнсә, өйөп тә ҡуйҙылар. Уҡыусыларымдың иң ҡыуанғаны “Беҙ ысын тимуровсылар булдыҡ!” тип ғорурланып ҡайтыу яғына ҡуҙғалыуы булғандыр.
Эйе, был егеттәрҙе ысын патриоттар тип әйтергә була.
Читайте нас