Мәләүез ҡалаһында ике көн дауам иткән Фәйзи Ғәскәров призына Халыҡ бейеүҙәре ансамблдәренең IX төбәк-ара фестивале тамамланды. Бында 22 коллектив көс һынашты, улар араһында Хәйбулланан “Сиҙәм” халыҡ бейеүҙәре ансамбле лә булды. Яңы составы менән сығыш яһауына ҡарамаҫтан, беҙҙең бейеүселәр һыр бирмәне һәм уңышлы сығыш яһап “Башҡорт классик мираҫын һаҡлау” номинацияһында диплом яуланы. Афарин!