Яңылыҡтар
25 Апрель 2021, 04:04

Диалект – ул телебеҙ байлығы

Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙыу ауыр булманы

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта бихисап рухлы милләттәшебеҙ, башҡорт телен белгән һәм өйрәнергә теләгән кешеләр ҡатнашты.
Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙыусылар араһында Дүртөйлө районы вәкилдәре лә бар ине. Ғәлимә Әнүәр ҡыҙы Камалова ошо райондың Шишмә ауылы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Беҙ унан бөгөнгө сара тураһында тәьҫораттары, диктант тураһында фекерҙәре менән ҡыҙыҡһындыҡ.
- Сараға бик тулҡынланып, ашҡынып килдек. Мин үҙем оҙаҡ йылдар мәктәптә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләгәс, әлбиттә, әҙәби телде яҡшыраҡ беләм. Әммә 36 йыл дауамында килен булып төшкән еремдең һөйләшен күптән үҙ иттем. Шуға күрә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙыу ауыр булманы. Диалектта диктант яҙыуҙы хуплайым. Диалект – ул тел байлығы, беҙ уны һаҡларға, үҫтерергә тейешбеҙ. Ауылыбыҙ мәктәбендә башҡорт теле элек-электән уҡытылып килә, - тип һөйләне Ғәлимә Әнүәр улы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас