Яңылыҡтар
25 Апрель 2021, 03:59

Дүрт кеше янып үлде...

Улар араһында 12 йәшлек малай һәм өс йәшлек ҡыҙ бар. Асыҡланыуынса...

23 апрелдә 22.40 сәғәттә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Ишембай ҡалаһының Гоголь урамындағы янғын тураһында мәғлүмәт килә.
Ҡотҡарыусылар ваҡиға урынана килгәндә 5х7 метр ҙурлыҡтағы бер ҡатлы йортто ут ялмап алған була. Уны ауыҙлыҡлауға 25 кеше һәм туғыҙ берәмек техника йәлеп ителә.
Утты һүндереү барышында дүрт кешенең – 39 йәшлек ирҙең, 49 йәшлек ҡатындың, 12 йәшлек малайҙың һәм өс йәшлек ҡыҙҙың үле кәүҙәһе табыла.
Фажиғә урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов үҙе барған. Шулай уҡ тәфтиш-оператив төркөм, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының һынау-янғын лабораторияһы һәм тәүтикшереүсеһе эшләй.
“Фажиғә булған урынды өйрәнеү бара, уның һөҙөмтәһе буйынса кешеләрҙең үлемен һәм янғын сәбәптәрен билдәләү йәһәтенән суд экспертизаһы саралары тәғәйенләнәсәк. Күргәндәрҙән һорау алына, ошо хәлгә килтергән сәбәптәр, шарттар асыҡлана”, – тип белдерҙеләр Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы комитетынан.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала көн һайын тиерлек кеше үлеме менән тамамланған янғындар булып тора. Уларҙың күпселеге граждандарҙың ут менән һаҡһыҙ эш итеүенә, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәүгә бәйле.
Онотмайыҡ: ут хаталаныуҙарҙы һәм битарафлыҡты ғәфү итмәй. Үҙегееҙҙе һәм туғандарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: @mchsrb
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас