Яңылыҡтар
25 Апрель 2021, 07:35

Башдрамтеатр – Хәйбулла ерендә!

Йәмле яҙ көндәрендә баш ҡалабыҙҙан артистар беҙгә киләләр – 7-9 майҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры гастролдәре үтә.7, 8 майҙа – Аҡъярҙа, 9 майҙа – Бүребайҙа тамашалар үтәсәк. Тамашалар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт - беҙҙең яҙмала

Йәмле яҙ көндәрендә баш ҡалабыҙҙан артистар беҙгә киләләр – 7-9 майҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры гастролдәре үтә.
7, 8 майҙа – Аҡъярҙа, 9 майҙа – Бүребайҙа тамашалар үтәсәк.
7 майҙа – Аҡъярҙа: “Яҙ, һөйөү һәм Еңеү” исемле концерт-тамаша. Унда Хөрмәтулла Үтәшев, Алһыу Бәхтиева, Алмас Әмиров, Сәғиҙулла Байегет, Гөлфиә Рафиҡова, Руслан Ғәлимов, Милена Сираева, Морат Рафиҡов, Алмаз Йосопов, Азат Вәлитов, Айҙар Шәмсетдинов, Әлфирә Зәһиҙуллина ҡатнашалар. Һеҙ яратҡан, танылған артистар мөхәббәт, тыуған ил тураһында йырҙар башҡарасаҡ, театрлаштырылған тамаша күрһәтәсәк. Шулай уҡ тамаша сиктәрендә яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшевтең “Таштуғайҙың ике батыры” исемле китап-альбомының исем туйы үтәсәк.
8 майҙа – Аҡъярҙа, 9 майҙа - Бүребай мәҙәниәт һарайында Талха Ғиниәтуллин әҫәрҙәре буйынса Хөрмәтулла Үтәшев сәхнәләштергән “Шәмсетдин һәм Шәмсура” спектакле уйналасаҡ. Спектакль Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап ҡуйылды. Спектаклдә хәл-ваҡиғалар госпиталдә башлана: һалдаттарҙың һәр береһенең үҙ яҙмышы, улар ғаиләһен, тыуған йортон һағына. Ике күҙе лә йәрәхәтләнгән Шәмсетдин дә, һуғыш ҡалдырған яралары төҙәлер, бәхете булыр, тип өмөтләнеп: «Ҡатынымдан уңдым, егеттәр, Аллаға шөкөр» – тип маҡтанып ала башҡалар алдында. Шәфҡәт туташы Шәмсүрә аша яҙған хаттарына яуап килмәһә лә өмөтөн юғалтмай ул, әммә тыуған яҡҡа ҡайтып төшөү менән уны оло һынауҙар ҡаршылай… Шәмсетдиндең тән яраһына ҡарағанда, йән яраһы нығыраҡ әрней. Ул яраларҙы нисек уңалтырға? Бәхетле булырға өмөт бармы?
Спектаклдә концерт-тамашала ҡатнашҡан артистар уйнай. Әйткәндәй, был спектаклдә өс Хәйбулла егете яҡташтары алдында һынау тота: спектаклдең режиссеры, Ғәлимйән Иҫәнғолов ролендә уйнаусы Хөрмәтулла Үтәшев – Таштуғайҙан, төп геройҙы уйнаған Морат Рафиҡов – Мәмбәттән, Дмитрий Болдырев ролендә уйнаусы Айҙар Шәмсетдинов – Йәнтеш ауылынан.
Яҙ, һөйөү һәм Еңеү – беҙҙең күңелдәргә шатлыҡ биреп торған төшөнсәләр. Тамашаларға рәхим итегеҙ!
Читайте нас