Бынан ике көн элек республиканың Әбйәлил районында ҡурҡыныс авария булды. “Лада Гранта” автомобиле юлдан осоп, эсендәге ике кеше лә һәләк булды. “Комсомольская правда” баҫмаһы был бәхетһеҙ осраҡта ғүмере өҙөлгән кешеләрҙең кемлеген асыҡлаған.
Ул көн Сермән - Амангилде - Баймаҡ юлында ике туған ағалы-ҡустылы һәләк була. Рулдә - 40 йәшлек Руслан, янында 25 йәшлек ҡустыһы Рәшит ултырған була. Икеһе лә Әбйәлил районында йәшәгән. Фажиғә көнөндә эш буйынса сығып китеп, уны хәл итеп ҡайтып килгәндәр. Тик боролошло урында водитель машинаға идараны юғалтып, юлдан ситкә осалар. Руслан урында һәләк була. Ҡустыһын дауаханаға алып китәләр. Әммә уның йәрәхәттәре лә ауыр була, аңына килмәйенсә, реанимацияла йән бирә.
Дуҫтары һәм ауылдаштары туғандарҙы тик ыңғай яҡтан телгә ала. Улар эшлекле, изге күңелле булған. Руслан йыш ҡына вахта ысулы менән Себерҙә эшләгән. Мәрхүмдәрҙең икеһенең дә ғаиләһе һәм балалары ҡалған. 25 йәшлек Рәшиттең декабрҙә өсөнсө балаһы тыуған булған.
Мәрхүмдәрҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Аварияға килгәндә, әле уның сәбәптәрен тикшерәләр.
Барығыҙға ла юлдарҙа һаҡ булырға кәңәш итәбеҙ. Тиҙлекте арттырмағыҙ!