Яҙ – беҙҙең тормошобоҙға яңы көс, дәрт, ышаныслар алып килә торған ваҡыт. Яҙ һулышы ғаиләләргә муллыҡ алып килһен, күңелдәрегеҙгә сабырлык,сәләмәтлек килтерһен.Яҙғы моңдар ҡыштан уянмаған йөрәктәрҙе уятһын, елкендерһен тип 1-се Мырҙа ауыл клубында "Яҙғы моңдар" тип исемләнгән концерт күрһәтелде. Концертта ауылдың һәүәҫкәр артистары һәм Мырҙа башланғыс мәктәбе коллективы сығыш яһаны.Сығышыбыҙ шиғырҙар, дәртле йыр-бейеүҙәр, көлкөлө инсценировкалар менән үрелеп барҙы.