Яңылыҡтар
24 Апрель 2021, 11:49

Юлбарыҫ ир-егеттәре ҡорға йыйылды

Ауылда йәшәгән көслө заттар төрлө проблемалар күтәреп сыҡты һәм уларҙы бергәләп хәл итеү буйынса фекер алышты //

Юлбарыҫ ир-егеттәре ҡорға йыйылды
Ауылда йәшәгән көслө заттар төрлө проблемалар күтәреп сыҡты һәм уларҙы бергәләп хәл итеү буйынса фекер алышты
Юлбарыҫ ир-егеттәре районда тәүгеләрҙән булып ҡорға йыйылды. Урал Таймасов баш ҡалала уҙған 1-се Ирҙәр форумы тураһында һөйләп үтте һәм бөгөнгө йыйындың маҡсаттары менән таныштырҙы.

Әйткәндәй, башҡорттарҙың борон-борондан килгән йола буйынса тап аҡһаҡалдар, ирҙәр йыйындарында дөйөм мәсьәләләрҙе уртаға һалып, бергәләшеп хәл итеү яйын ҡарағандар. Был ҡорҙа ла ауылда йәшәгән көслө заттар төрлө проблемалар күтәреп сыҡты һәм уны сисеү юлдары буйынса фекер алышты. Улар араһында ауылды төҙөкләндереү, эскелеккә ҡаршы көрәш, урамдарҙа тәртип булдырыу һәм башҡа бик күп мәсьәләләр телгә алынды.
Шулай уҡ йыйылыш барышында ауыл ирҙәре ҡороноң активы һайланды. Халыҡ телендә "күмәкләгән - яу ҡайтарған", "кәңәшле эш тарҡалмаҫ" тигәндәй, Юлбарыҫ ир-егеттәре берләшеп, уларҙың изге ниәттәре тормошҡа ашыр, райондың башҡа ауылдары ла ошо хәрәкәткә ҡушылыр, тип өмөт итәбеҙ.
Читайте нас