Билдәле булыуынса, диктантты онлайн-форматта, «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы», «Интернет» селтәре һәм мобиль ҡушымта аша яҙып булды. Уҡыусылар һәм педагогтар өсөн белем биреү усаҡтарында махсус майҙансыҡтар ойошторолһа, халыҡ иһә диктантты ауыл китапханалары нигеҙендә әҙерләнгән егерме биш майҙансыҡта йәки онлайн форматта яҙа алды.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, үҙ телебеҙҙә диктант яҙыу - башҡорт теленән белемдәребеҙҙе тикшереү генә түгел, ә туған телебеҙҙе һаҡлау, яҡлау, уның мәртәбәһен күтәреү өсөн үткәрелгән акцияларҙың береһе булып тора.
Киләсәктә лә туған телебеҙҙе үҫтереүгә, илебеҙҙе, милләтебеҙҙе һаҡлап алып ҡалыуға йүнәлтелгән ошондай сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ!