Бөгөн Аҡъяр ауылының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов йәш спорсылар менән осрашты. Ул көтөп алынған бүләктәр менән – бокс менән шөғөлләнеү өсөн спорт инвертарын алып килгән. Азат Шамил улы билдәләүенсә, “Урал аръяғының йәмәғәт башланғыстары союзы” инициативаһы арҡаһында Урал аръяғы райондарында спорт берекмәләренең матди базаһы нығытыласаҡ, әлбиттә был йәш спортсыларға тағы ла юғарыраҡ ҡаҙаныштарға өлгәшергә мөмкинлек бирәсәк.