Уттың, һыуҙың ялы-ҡойроғо юҡ, тигән боронғолар, тотоп ауыҙлыҡлап булмай.
Сик ауылында ҡый яғыу арҡаһында бесәнгә ут тоҡанһа, Вәзәмдә төҙөк булмаған электр йылытыу приборын ҡулланыуҙан һарай янып матди зыян күрҙе хужалары. Барлыҡ был осраҡтарҙа ла ауыл хакимиәтендә янғын һүндереү техникаһы булыуы, ауыл халҡының янғын һүндереуҙә әүҙем ҡатнашыуы арҡаһында янғынға таралып китеугә юл ҡуйылманы.
Ишек алдында ут яғыуға бәйле административ яуаплылыҡ ҡаралған, ҙур штраф һалына икәнен онотмайыҡ. Үҙебеҙҙе генә түгел, күрше-тирәбеҙҙе лә ҡурҡыныс аҫтына ҡуябыҙ икәнде аңлайыҡ.
Ауыл хакимиәтенең янғын һүндереу техникаһын техник хеҙмәтләндереү, әҙерлеген тикшереү күнекмәләре үтте.